Силәбе өлкәһенең Башҡорт халыҡ үҙәге 25 йыллығын ҡаршыланы 21.03.2017

Йәмәғәт ойошмаһы Көньяҡ Уралда тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килә. Күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ 1988 йылдан берләшә башлай һәм туған тел, мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу маҡсатында өс йылдан һуң айырым үҙәк төҙөргә ҡарар ҡабул ителә.

Тейешле документтар туплауҙан тыш, яңы ойошманың бурыстары, маҡсаттары билдәләнә. Был башланғысты тормошҡа ашырыуҙа йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Урал Сәйфуллиндың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
"Айгөл" йыр һәм бейеү халыҡ ансамбле, "Уралым" гәзите, Арғаяш башҡорт халыҡ театрының барлыҡҡа килеүе - тап ошо милли үҙәктең сирек быуат эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. 12-сегә ойоштороласаҡ балалар һабантуйы ла халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеүе ихтимал. Юбилей уңайынан ойошторолған байрам концертында ойошманың үҫешенә тос өлөш индереүселәр тәбрикләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика