Силәбе өлкәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең гастролдәре тамамланды

Силәбе өлкәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең гастролдәре тамамланды 13.04.2017

Концерттар Силәбе, Мейәс, Златоуст ҡалаларында үтте.

Силәбе өлкәһе халҡы бөтә донъяға билдәле башҡорт бейеүе коллективының сығышын көтөп алды. Был юлы артистар сит төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе дәртле бейеүҙәре менән генә түгел, оҫталыҡ дәрестәре менән дә ҡыуандырҙы. Концерт алдынан ансамбль солистары  Миләүшә Хәйбуллина менән Айбулат Баһауетдиновтар башҡорт бейеүенең үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Бигерәк тә Өфө ҡунаҡтары ҡаланың «Айгөл» башҡорт бейеүе һәм йыры коллективын юғары баһаланы.
Билдәле коллектив башҡорт халыҡ бейеүҙәренән тыш, донъя хореографияһын күрһәтте. Шулай уҡ Силәбе тамашасыһы коллективтың яңы номерҙары, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, ҡытай халыҡ бейеүҙәре һәм «Тархан», «Ете ырыу» кеүек башҡорт бейеүҙәре менән танышты. Фойела өлкә башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт халыҡ үҙәге, «Уралым» өлкә гәзите һәм телетапшырыуы, үҙ эшмәкәрлеген сағылдырған күргәҙмә ойошторҙо. Тамашасылар милли ризыҡтар менән һыйланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика