Силәбе үҙәгендә 1812-се йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт атлыларына һәйкәл асылды 13.09.2016

Силәбе үҙәгендә 1812  йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт атлыларына һәйкәл асылды. Иҫтәлекле ваҡиға ҡаланың 280 йыллығына арналды. Проект Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский менән Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ярҙамында ғәмәлгә ашырылды. Күрше төбәктә тупланған туғыҙ милли полктың яҡты иҫтәлеген данларға республиканан махсус делегация Көньяҡ Уралға юлланды.

Силәбеләр өсөн генә түгел, барлыҡ башҡорт халҡы өсөн мөһим сараның проектын башҡорт старшинаһы Аҫылғужа Бакировтың 4-се быуындағы ейәне Рафаил Рәшит улы күтәреп сыҡты. Бөтә донъя башҡорттары һәм өлкә ҡоролтайы, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге милләттәшебеҙҙең башланғысын хуплап,  ҡаланың үҙәк урамында Урал ташын һынландырған һәйкәл асты. Уның  бейеклеге ике метрҙан ашыу.
Рәсәй өсөн 1812-се йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең әһәмиәте ҙур була. Был ваҡиға йөҙөнән Мәскәүҙә сиркәү төҙөлә, Император Александр I бағышлап һәйкәл асыла. Әйтеп үтергә кәрәк, төньяҡ амурҙарын данлап Германияла, Украинала, шулай уҡ  Башҡортостанда  һәйкәлдәр һәм таҡтаташтар ҡуйылған. Силәбелә асылған һәйкәл төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең төп мәҙәни үҙәге булырға дәғүә итә, тип билдәләй урындағы халыҡ.
Һәйкәл асыу тантанаһына өлкәнең төрлө район-ҡалаларынан рәсми вәкилдәр һәм Башҡортостандан ҡунаҡтар килде. «Любизар» клубы ағзаларының башҡорт батырҙарының таҫыллығын сағылдырған сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика