Сибайҙар йәнә Өфө тамашасыһының күңелен яуланы

Сибайҙар йәнә Өфө тамашасыһының күңелен яуланы 20.04.2015

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының баш ҡалалағы гастролдәре тамамланды. Республиканың башҡа театрҙарынан халыҡсанлығы менән айырылған ижади коллектив был юлы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сәхнә әҫәрен тәҡдим итте.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрын Өфө тамашасыһы был юлы ла яратып көтөп алды. Бының сере ябай - Сибай театры халыҡсанлығы, тәрән мәғәнәле, һәр кемде уйланырға мәжбүр иткән спектаклдәр һайлап, уны сәхнәләштерә белеүе менән алдыра. Был юлы ижади коллектив яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың «Йәнкиҫәк» хийәкәһенән алынған драмаһын тәҡдим итте.
Яҙыусы Тимерғәле Килмөхә¬мәтов драматургия менән студент йылдарынан алып ҡыҙыҡһына. Ә инде театрға драматург булараҡ сәхнә әҫәрен тәҡдим итеүе тәүгә. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә тамашасы драманы йылы ҡабул итте. Сибайҙа премьера  былтыр октябрҙә үткәйне, һуңынан Урал аръяғы төбәктәре, бөгөн килеп әҫәр  Өфөлә күрһәтелде. Кемдер тамашаға ундағы ваҡиғалар  ижадсының тыуған яғы -  Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылы тарихынан алынған тип ашыҡһа, икенселәр Сибай театрын һағынып килгәйне.
Әлбиттә, «Йәнкиҫәк» пьеса булараҡ яҙылмаһа ла, уны оҫта итеп сәхнәләштееүҙә Мәжит Ғафури Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевтың тырышлығы ҙур.  
Спектакллә  һуғыш йылдарында тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙың ауыр яҙмышыһүрәтләнә. Әҫәр башынан аҙағынаса тамашасыны көсөргәнештә тотто тиергә мөмкин, урыны менән көлөргә, күп өлөшөндә иларға ла мәжбүр итте. Ғөмүмән был спектаклдә артыҡ персонаж булманы, һәр кем үҙ урынында ине. Ә инде спектаклдән һуң тамашасыларҙың аяғүрә баҫып алҡышлауы ижади коллективтың уңышына иң ҙур баһа.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика