Сибай ҡалаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы дауам итә

Сибай ҡалаһында  «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы дауам итә 20.03.2015

Ошо көндәрҙә ижади бәйгегә мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары ла ҡушылды.  ҡатнашты. Мәшһүр эпосты ятлаусы 40-лап баланың иң бәләкәйенө ни бары  өс йәш ине. Шуға ҡарамаҫтан, кескәйҙәр тамашасыларҙы отҡорлоғо һәм башҡарыу оҫталығы менән  таң ҡалдырҙы.    

«Сулпылар» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, дүрт йәшлек Зилиә Хөснөтдинова «Урал батыр» эпосының ҡырҡ юлын тиҙ арала отоп алған. Үҙенең сығышын биҙәр өсөн уңған ҡыҙ ҡумыҙ сиртергә лә өйрәнгән. Бәйгенең иң йәш конкурсанты - өс йәшлек Рүзилә Исламғолованың сығышынан да әсәһе ҡәнәғәт.  
Ижади бәйге һәләтле балаларға илһам ҡанаттары ҡанаттары ҡуйыуы менән дә әһәмиәтле. Сәхнәгә сығыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар эпос юлдарын һөйләүҙе  музыка ҡоралдарында уйнау һәм бейеүҙәр менән дә тулыландырҙы. Ҡайһы берҙәре эпосты рус һәм инглиз телдәрендә лә һөйләп ишеттерҙе.
Халҡыбыҙҙың аҫыл рухи ҡомартҡыһын яттан һөйләүселәр конкурсы Сибайҙа икенсе тапҡыр ойошторолдо. Өлкәндәр тырышлығы менән кескәйҙәр күңелендә тыуған телгә, боронғо тарихыбыҙға һөйөү, киләсәк көндәргә өмөт арта.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика