ШОС һәм БРИКС саммиттары барышында  мәртәбәле  ҡунаҡтар Башҡортостанды төйәк итеүсе халыҡтарҙың тормош-көнкүрешен һәм мәҙәниәте менән дә таныша алды 11.07.2015

Конгресс-холл янында ете тирмәнән торған этноауыл экспонаттарын  сит ил вәкилдәре ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны . Бөгөн этноауыл  ишектәре саммиттарҙы яҡтыртыусы журналистар өсөн дә асылды.15 -се июлдән тирмәләрҙе башҡала халҡы ла  тамаша ҡыласаҡ.

Сәхрәләге иркен  туғайҙа ҡоролған тирмәләрҙең һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше. Башҡорт ғаиләһе йәшәйешен сағылдырған мөхиткә килеп эләгеүселәр уларҙың  йыйнаҡлығына һәм бөхтәлегенә хайран ҡала. Тормош-көнкүреш әйберҙәрен тотоп ҡарау, сағыу балаҫтар фонында  милли кейемдәр кейеп фотоға төшөү. Һинд ҡыҙы Хена Монах Санкт-Петербургта табиблыҡҡа уҡыған. Өфөгә тәүгә килеүе. Ҡунаҡсыл, йәшел ҡалала кисергән хистәрҙән күңеле тулышҡан.
Хена Мохан, Һиндостан делегацияһы вәкиле: «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре күҙҙең яуын алып тора. Кейемдәр халыҡ тураһында күп мәғлүмәт бирә ала. Бындай ҡупшы кейемдәрҙе уйсан, оҫта һәм боронғо халыҡ ҡына ижад итә ала. Ҡайһы бер орнаменттар  беҙҙең кейемдәрҙә лә осрай. Башҡорттар тарихи ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡарашта булыуы, уларҙы бөтә донъя йәмәғәтселегенә еткерә алыуҙары менән бәхетле халыҡ».
Милли мәҙәниәт өлгөләре Башҡортостандың төрлө төбәктәрен сағылдыра. Тәүге тирмәлә милли музейҙың  башҡорттарҙың тормош-көнкүреше сағылдырған экспонаттары. Кейеҙ, ағастан һырлап эшләгән әйберҙәр менән икенсе тирмәлә танышырға мөмкин. Хакасия ҡунаҡтары ла  Өфө этнографтары һәм тарихсыларының ШОС һәм БРИКС саммиттарына  индергән хеҙмәтен юғары баһалай.
Бадмал Аджиев, Өфө ҡунағы /Хакасия/: «Беҙ Өфөлә тәүге тапҡыр туғандарға ҡунаҡҡа килдек.Ҡала матур. Милли биҙәктәргә бай».
Владимир Поталыков, Өфө ҡунағы /Хакасия/: «Башҡорт тирмәләре беҙҙекенә тартым.Тормош-көнкүреш әйберҙәре, бейеүҙәр беҙҙекенә тартым».
Этноауылда милли биҙәктәр, нағыштар һалыу оҫтаһы Асия Ғәйнуллинаның эштәре айырым урын алып тора. Сәсмәүер, түшелдерек, ҡашмауҙар менән  саммитта ҡатнашыусы Африка, Азия ханымдары ентекле ҡыҙыҡһынған. Бигерәк тә  Көнъяҡ Африка Президентының тормош иптәше үҙенең мәғлүмәтле булыуын һәм этномәҙәнәткә тәрән ихтирамын күрһәткән.
Асия Ғәйнуллина, милли кейем  тегеү оҫтаһы:  «Беҙгә килгән ҡунаҡтар араһында башҡортҡатын-ҡыҙҙарының  милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһындылар».
Этноауылға тамаша ҡылыусы ҡунаҡтар менән аралашыуҙа, үҙ-ара аңлашыуҙа ҡыйынлыҡтар булмаған. Волонтер ҡыҙҙар һәр делегация вәкиле менән улар аңлаған телдә аралашҡан. Өс көн емешле эш осоро улар күңелендә онотолмаҫлыҡ тәъҫораттар ҡалдырған.
Лилиә Масленникова, ирекмән: «Ҡытай телен белеү миңә бик ярҙам итте.Сит ил ҡунаҡтарын беҙҙең аҫыл таштар әсир итте.Тәбиғи байлыҡтар күплеге хайран ҡалдырҙы. Башҡорт балы һәм сувенирҙар оҡшаны».
«Ватан» паркындағы этноауыл киләсәктә лә беҙҙең төбәктә үтәсәк сараларҙа ҡатнашасаҡ. 15 июлдән көндөҙгө сәғәт өстән уны бөтәһе  лә ҡарай аласаҡ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика