«ШОС һәм БРИКС илдәренең студент яҙы» фестивалендә  ҡатнашасаҡ ирекмәндәр өсөн уҡытыу үтте 18.06.2016

Етди сараға әҙерлек Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында барҙы. Халыҡ-ара фестивалде ойоштороуҙа барыһы 200 ирекмән ярҙам итәсәк.

Кристина Лабыгина, проект кураторы: «Төрлө хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Йә автобус һуңлауы, йә делегаттың аҙашыуы ла мөмкин. Был осраҡта ирекмәндәр үҙҙәрен тыныс тоторға бурыслы. Килеп тыуған мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә тейеш тип уйлайым».
Ойоштороусылар әйтеүенсә, фестивалдең уңышында ирекмәндәрҙең дә өлөшө ҙур. Улар араһында былтыр республикала үткән саммитта ярҙамлашыусылар һәм башҡа юғары кимәлдәге сараларҙа эшләп тәжрибә туплауслылар ҙа бар. Әйтергә кәрәк, 24-28 июндә Өфөлә үтәсәк «ШОС һәм БРИКС илдәренең студент яҙы» фестивалендә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика