Шишмә районында һабантуй  уҙҙы 06.07.2015

Байрам уңайынан майҙанда милли уйындар ойошторолдо, тирмәләр ҡоролдо, райондың һәүәҫкәр артистары концерт ҡуйҙы. Һабантуйҙа ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары - Үзбәкстан, Әрмәнстан, Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Ҡытай вәкилдәре лә ҡатнашты.

Байрамда көрәш, ат сабышы, волейбол, баскетбол кеүек 20-нән ашыу спорт уйыны ойошторолдо. Үҙенсәлекле уйындарҙың береһе  балыҡ тотоу. Балалар ҙа, ололар ҙа бассейн эргәһенә йыйылды. Ҡул менән тере балыҡты эләктереү еңелдән түгел, шулай ҙа уйында еңеүселәр күп булды. Ә бына  бағанаға үрмәләп, бейектә эленгән итектәрҙе 12 йәшлек Рөстәм Ғәлиәхмәтов алды. Спорт уйындарында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла приздар менән бүләкләнде, күренекле спортсылар менән аралашты.  Һабантуйҙы район ауыл хужалыҡтары парады биҙәне.  Алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премиялар тапшырылды.
Вил Ғабдуллин,  һуғыш сәнғәте буйынса донъя чемпионы: «Һабантуй төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән байрам. Майҙанда башҡорт, татар, рус һәм башҡа халыҡтар йыйылып күңел аса. Төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Башҡорт халҡының милли аш-һыуы, ғөрөф ғәҙәттәре менән таныша. Беҙ үҙ-ара татыу, бергә булырға тейешбеҙ!»

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика