Шифалы шөғөл

Шифалы шөғөл 23.01.2015

Нуриман районының Красный Ключ ҡасабаһында йәшәүсе Оксана Шәйхетдинова оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләй,  һыҙма һәм рәсем дәрестәренән уҡыта. Тик көтөлмәгәндә табиптар уға ҡурҡыныс диагноз ҡуя. Бынан һуң ҡатындың тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Ул яратҡан шөғөлөн таба, сирҙе лә еңеп сыға.

Тәү ҡарашҡа ағас һырлау бер ҙә ҡатын-ҡыҙ шөғөлө түгел кеүек. Тик Оксананың ижад емештәрен күргәндән һуң был  хата фекер икәнен аңлайһың. Әйтергә кәрәк, ҡатын макраме бәйләй, сигеү сигә, һүрәт төшөрә. Уҡытыусы  ижадҡа  сирҙән һуң килә.
Оксана Шәйхетдинова: «Бер ҙә уйламағанда, миңә яман шеш диагнозы ҡуйҙылалар.  Шул ваҡыт мин күп нәмә эшләмәгәнемде аңланым. Күптән ҡул эшенә өйрәнгем килә ине, башҡа мөмкинлегем булмаҫ тип шунда уҡ эшкә тотондом».
Хәҙер Оксананың коллекцияһында ағастан картиналар, макраме өлгөләре, сигеүҙәр бар. Ҡатын шулай уҡ көпшәгә төрөлгән гәзиттән декоратив һауыт-һаба ла эшләй. Ә ағас ҡабығынан хасил булған алҡа-кулондарҙы Оксананың балалары яратып таға.
Оксананың шөғөлөн тормошо иптәше лә хуплай. Ул ҡатынына ижад өсөн кәрәкле ағас алып ҡайтып бирә, уны эшкәртергә ярҙам итә. Ә бына ҡапҡаларҙы, йорт тәҙрәләрен Оксана үҙаллы биҙәй.
Дамир Шәйхетдинов, Оксананың тормош иптәше: «Ҡатыным ижад кешеһе булараҡ йортто биҙәүгә ҡарата үҙ фекере бар. Мин уға ҡаршы төшмәйем, башланғысын хуплап ҡына торам. Ҡулымдан килгәнсе ярҙам итәм».
Иң мөһиме яратҡан шөғөлө ҡатынға йәшәргә көс бирә. Ул сирен еңеп сыға,  үҙенән инвалидлыҡ та алынған. Хәҙер инде ижадты ташламам, ти Оксана. Улы ла әсәһенә ҡарап эшкә тотонмаҡсы.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика