«Шиғриәт иле» конкурсы

«Шиғриәт иле» конкурсы 25.10.2016

Өфөлә йәш башҡарыусылар араһында төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Конкурста ике йөҙгә яҡын юғары уҡыу йорто студенттары, мәктәп һәм гимназия уҡыусылары ҡатнашты. Сара йәштәргә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү «Берҙәм юлды - миллиондар һайлай» проекты сиктәрендә уҙҙы.

Сөмбөл Исҡужина  Фәтхелҡадир Сөләймәновтың  рухлы, тәрән мәғәнәле шиғырын һайлаған. «Шиғриәт иле» конкурсына ҡыҙ етди әҙерләнгән, ул тамашасы күңелен сәхнәлә үҙен тотоуы, актерлыҡ оҫталығы менән яуланы.
Конкурс  16 йәштән 19-ға, 19-ҙан 23 тиклем ике йәш категорияһы буйынса үтте. Шарт буйынса ҡатнашыусылар үҙҙәре яҙған йә яратҡан шағирҙарының әҫәрҙәрен яттан һөйләргә тейеш ине.
Ойоштороусылар  төрлө район-ҡалаларҙан ике йөҙгә яҡын ғариза ҡабул иткән. Проект авторҙары билдәләүенсә, бындай саралар йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләй, үҙ-ара аралашыу мөмкинлеген бирә.
Бәйге тәүге тапҡыр үткәрелһә лә ҡатнашырға теләүселәр  күп,  сараға уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа юғары кимәлдә әҙерләнгән. Баһалама ағзалары һәр шиғырҙың йөкмәткеһенә, мәғәнәһенә һәм тасуири башҡарылыуына иғтибар итте.
«Шиғриәт иле» конкурсының йәштәрҙе бер майҙанға туплап, уларҙы рухи, мәҙәни яҡтан үҫтереүҙә  роле ҙур.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика