Шаяртһаң, көлдөрә лә бел

Шаяртһаң, көлдөрә лә бел 21.03.2016

Бөгөн Өфөлә «Шаяниум» тапҡырҙар һәм отҡорҙар ҡала конкурсының финал уйыны үтте. Унда барлығы ете команда үҙ-ара көс һынашты. «Әйткән һүҙ - атҡан уҡ» девизы аҫтында ойошторолдо сара.

«Шаяниум» тапҡырҙар һәм отҡорҙар конкурсының  финалына үткән «Етегән + 1» командаһын  Өфөләр көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары сағыу кейемдәре менән генә түгел, үткер һүҙле булыуы менән дә барыһын да үҙенә арбаны.
«Кендектәр» командаһында иһә дуҫлыҡ хакимлыҡ итә, буйға бәләкәй икәнһең, бөтәһе лә һиңә тиңләшә. Бынан тыш, үҫмерҙәрҙең көйәрмәндәре лә тикултырмаҫ булды. Алҡышлап та, ҡысҡырып та сәхнәлә сығыш яһаусыларҙы дәртләндереп торҙолар. «Кендектәр» үҙ сиратында ҡытайҙарҙы башҡортса һөйләтеп, тамашасыларҙы ШОС һәм БРИКС саммиттарына бәйле мәрәкә менән таныштырҙы. Әйткәндәй, «Шаяниум»да ҡатнашып, малай-ҡыҙҙар дәрестәрҙән дә саҡ ҡына артта ҡалған.
«Шашуша» командаһы иң кескәй уйынсыһы Наҙгөл Ғарифуллина сәхән оҫтаһы булырға хыяллана. Күләмле бәйгелә ҡыҙ тәүге тапҡыр сығыш яһай, шулай ҙа унда ҡурҡыу тойғоһо юҡ. «Шаяниум»дың финалына үтеү үҙе бер еңеү тигән ҡарашта ул.
Ун дүртенсе тапҡыр үткәрелгән уйындың талаптары ла яңыса ине.  Фристайл, музыкаль этаптан тыш,  айырым видеоконкурс та ойошторолдо. Һуңғыһы кино йылына арналды.
Һайлап алыу турҙары, ысынлап та, ҡыҙыу үтә. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, быйыл башҡа милләт вәкилдәренең ҡатнашырға теләк белдереүҙәре лә ыңғай күренеш. Тимәк, башҡортса һөйләшә лә беләләр. Әйткәндәй, финалға үтә алмаған командалар киләһе йылда үтәсәк «Шаяниум» ға әҙерлек эшен башлаған да инде.
Әйткәндәй, тырышлыҡ бушҡа китмәйәсәк. Башта «Шаяниум»да ҡатнашып, аҙаҡ Башҡорт асыҡ квн лигаһында үҙ көсөн һынап ҡараусылар ҙа байтаҡ бит. Был үҙенә күрә юмор баҫҡысы буйлап үрләү тиһәң дә була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика