Шаран районының Шаранбаш-Кенәз ауылы мәсетендә ҡөръән аяттары, сүрәләр уҡыу буйынса «Ислам моңо» конкурсы үтте

Шаран районының Шаранбаш-Кенәз ауылы мәсетендә ҡөръән аяттары, сүрәләр уҡыу буйынса  «Ислам моңо» конкурсы үтте 15.05.2015

Бәйгелә Шаран районы мәктәптәрендә белем алыусы  утыҙға яҡын уҡыусы ҡатнашты. Уларҙың сығышын  дин әһелдәре баһаланы. Конкурс тәүге тапҡыр уҙғарыла.  Балалар  мәсеткә, мәҙрәсәгә  йөрөй, дини байрамдарҙа ҡатнаша. Уҡыусылар  ғәрәп телен  еңел үҙләштерә. Сараның  маҡсаты ислам диненә һөйөү уятыу, уны тәрәндән өйрәнеү,   балаларҙы дин аша  әхләҡҡә, тәртипкә өйрәтеү, боҙоҡлоҡтарҙан һаҡлау.      

Ерекле ауылында мәҙрәсә  алты йыл тирәһе  эшләп килә. Дин нигеҙҙәрен өйрәнергә балалар ҙа, ололар ҙа йөрөй. Уларҙы Венера Ғәлләмова уҡыта. Конкурсҡа ул мәҙрәсә шәкерттәрен алып килгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика