Шаран районының Саҡты ауылында «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йорто сафҡа инде

Шаран районының Саҡты ауылында «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йорто сафҡа инде 08.09.2016

Ремонттан һуң ауыл халҡының рухи-мәҙәни зауығын ҡәнәғәтләндереү  шарттары күҙгә күренеп яҡшырған. Проект сиктәрендә бүленгән аҡсаға бинаның ишек-тәҙрәләре яңыртылған, тамашасылар залына яңы урындыҡтар, сәхнәгә шаршауҙар һатып алынған.

Киләсәктә шулай уҡ клубтың ҡыйығы менән йылытыу системаһын да алыштырыу күҙаллана. Ошо уҡ бинала урынлашҡан ауыл китапханаһы ла яңырыу осоро кисерә. Быйыл мәҙәни учреждение республиканың иң яҡшы китапханаһы булараҡ 50 мең күләмендә грант яулауға ирешкән. Был аҡса йыһаздарҙы яңыртыуға йүнәлтелгән. «Реаль эштәр» проектында райондың 8 ауыл биләмәһе ҡатнаша. Эш барышында ауылдарҙа социаль-мәҙәни объекттар,  юлдар төҙөкләндерелә, зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика