Шаран районында опекаға һәм тәрбиәгә алынған балалар өсөн һабантуй ойошторолдо

Шаран районында опекаға һәм тәрбиәгә алынған балалар өсөн һабантуй ойошторолдо 20.06.2016

«Минең ғаиләм» тип аталған байрамда балалар  һәм уларҙы тәрбиәләүсе өлкәндәр ҡатнашты. Әлеге ваҡытта райондың опека һәм попечителлек бүлегендә 147 бала иҫәптә тора. Уларҙың 31-е опекаға, ҡалғандары тәрбиәгә  алынған, социаль приютта 25 бала тәрбиәләнә. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай байрамдар өлкәндәргә һәм балаларға бер-береһен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.

Наталья Мишина, Шаран районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге баш белгесе: «Был сараны беҙ тәүгә ойошторҙоҡ. Уны киләсәктә лә дауам итербеҙ тип уйлайым. Байрамдың исеме бушҡа ғына «Минең ғаиләм» тип аталманы. Маҡсатыбыҙ -  ошондай сараларҙа балаларға ысын мәғәнәһендә үҙ ғаиләһен табырға ярҙам итеү».
Ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн яуаплылыҡ алыусылар араһында уларҙың өләсәләре һәм башҡа туғандары, шулай уҡ балаларға әсә наҙы өләшергә теләүсе бөтөнләй сит кешеләр ҙә бар. Рәзилә Агаева үҙенең балалары ситкә сығып киткәс, тәрбиәгә тағы ла бер ҡыҙ менән ул алған. Балаларынан ҡәнәғәт ханым улар менән бергә төрлө сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика