Шаран районы халҡы Рима Батталова кеүек спортсылары, Ибраһим Абдуллин, Зарема Әхмәтйәнова кеүек әҙиптәре, Фән Вәлиәхмәтов ише йырсылары менән хаҡлы ғорурлана 16.06.2015

Улар сафын хәҙер уңған эшҡыуарҙар ҙа тулыландыра. «Закир» ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселеге яҡташтарын Түбәнге Зәйет ауылы яланына йыйып һабантуй  байрамы ойошторҙо.

Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта тине был өлкән йәштәге ағай,һәм,һабан туй яланына атланы. Өлкән йәштәге апайҙар ҙа һикереп төшөп бейергә булды был көндө. Шаран районының 80 йыллығы айҡанлы һабан туй мәлендә ветерандарға оло рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Һуғыштан һуң илде күтәреүсе лә, колхоз-совхозын төҙөүселәр ҙә улар булды. Исеме үҙгәрһә лә, ошо нигеҙҙе күп райондарҙа һаҡлап ҡала алдылар. «Закир» ауыл хужалығы предприятиеһы ла яландарҙы сүп баҫыуға юл ҡуйманы.
Мәктәбе гөрләп, фермалары эшләп торған ауылдарҙың киләсәге барлығына замана беҙҙе тағы ла бер ышандыра шикелле.Тимәк шул саҡта ғына кешеләр эш менән мәшғүл була ала.
Республикала йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса 2011 йылдан яңы Программа эшләп килә. Ә инде яҡшы тоҡомло аттарҙың бармы-юҡмы икәнлеге шул уҡ һабантуйҙарҙа яҡшы күренә. Бүләк алыуҙан бигерәк үҙ көсөн күрһәтеү өсөн Түбәнге Зәйет ауылы йәштәре сәмләнеп көрәште.
Судьялар хуш күңеллелек күрһәттеме, әллә инде килгән ҡунаҡтың әҙерлеге юғары булдымы, тәкә күршеләргә бирелде.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика