Шар тәгәрәтеүсе бүреләр, бейеүсе крокодилдар һәм ҡулса аша һикереүсе юлбарыҫтар... 16.04.2015

Экзотик йәнлектәр сығышына Өфө дәүләт циркында тамаша ҡылырға мөмкин. Бөгөн Мысыр циркы артистары премьера алдынан репетиция уҙғарҙы.  

Маламут тоҡомло эттәр манежда төрлө трюктар башҡара. Был эттәрҙе сәхнәгә өйрәтеүе еңелдән түгел. Ләкин тәмле ит киҫәге алыу өсөн маһмайҙар хужаларын тыңлап  командаларҙы дөрөҫ үтәй. Ә был бүре сәхнәгә өйрәнгән. Ҡырағай хайуан кешеләргә ташланырға уйламай ҙа.
Екатерина Коренькова, хайуандарҙы өйрәтеүсе: «Бүреләр менән кәзәләр ҙә сәхнәгә сыҡҡаны бар. Улар бәләкәйҙән бергә, шуға ла бер-береһен рәнйетмәйҙәр. Циркта 19 йыл эшләйем. Ошо ваҡыт эсендә төрлө хайуандарҙы өйрәттем».
Сәхнәгә сыҡҡан крокодилдар бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Сөнки был йәнлектәрҙе трюктарға өйрәтеүе ауыр. Шуға ҡарамаҫтан был ҡырағайҙар хужаларына ташланмай, ә музыкаға бейей һымаҡ.
Был айыу балаһы иң кескәй артист. Ираклиға ни бары ике ай.  Оҙаҡламай уға төрлө командалар өйрәтеләсәк һәм ул сәхнәгә юлбарыҫтар менән сығасаҡ.
Әлбиттә, шоуҙа көтөп алынған йыртҡыстар ул арыҫландар һәм юлбарыҫтар. Максим исемле был арыҫлан бар донъяны гиҙгән. Сәхнәлә ун йылдан ашыу. Ә ситлектә, сәхнәгә сығыуҙы көтөп ултырыусы нубий юлбарыҫтары донъяла бик һирәк ҡалған йәнлектәр исемлегенә инә. Уларҙың хужаһы Хамада Кута иң йәш хайуандарҙы өйрәтеүсе һанала. Цирк оҫтаһы һәр юлбарыҫтың холҡон яттан белә.
Хамада Кута, Мысырҙың атҡаҙанған артисы: «Улар минең өсөн кеше һымаҡ, барыһын да аңлай. Ҡайһы берҙә, юлбарыҫтар менән аралашып та алам. Уларҙың хәлен һәм торошон белеп торор өсөн, ситлек урынлашҡан бүлмәгә видеокамералар элдем».
Нубий юлбарыҫтары Өфөлә тәүге тапҡыр түгел. Был юлы артистар ике өлөштән торған бай программа алып килгән.
Тамаша 17 майға тиклем дауам итә. Экзотик хайуандарҙан тыш тамашасыларҙы жонглерҙар, акробаттар һәм ҡыҙыҡлы клоундар ҙа ҡыуандырасаҡ.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика