Шәмбе ҡала халҡы билдәле йырсы Вәсилә Фәттәхованы иҫкә алды 08.02.2016

Салауат Юлаев майҙанында йондоҙҙоң иң популяр һәм интернациональ йыры-«Тыуған яҡ» күмәкләп башҡарылды. Флешмобта ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты.

«Тыуған яҡ»  Вәсилә Фәттәхованың репертуарында тәүге һәм уңышлы йыр. Композитор  Урал Рәшитов уны аранжировкалауҙа ла үҙе ҡатнашҡан. Ҡул сабыу һәм аяҡтар менән тыпырҙатыу ҙа уның башланғысы.  Музыкаль композицияның тап ошо өлөшө халыҡты дәртләндерә лә инде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә «Тыуған яҡ» тамашасы һөйөүен яуланы һәм интернациональ йырға әйләнде. Сит илдән  күсеп килгән Лилиә әйтеүенсә, был йырҙы хатта, Үзбәкстанда ла яратып тыңлаусылар күп булған.
Флешмобта ҡатнашырға йәштәр генә түгел, оло йәштәгеләр ҙә сыҡҡан. Түңәрәк уртаһына сыҡҡан йәштәргә ҡушылып улар ҙа ихлас бейене. Иҫкә алыу сараһында йәмғеһе ике йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика