Сентябрь айында күренекле драматург, яҙыусы һәм шағир Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 95 йыл тула

Сентябрь айында күренекле драматург, яҙыусы һәм шағир Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 95 йыл тула 28.09.2015

Ошо уңайҙан шәхестең тыуған ере - Шаран районында күркәм датаға арналған кисә ойошторолдо.

Әҙипте иҫкә алыу өсөн уның төйәгендә ғаиләһе, дуҫтары, ижадташтары йыйылды. Сара сиктәрендә Ибраһим Абдуллиндың пьесаларынан өҙөктәр күрһәтелде. Хәтер кисәһендә мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. Улар күренекле яҡташтарының ижады менән яҡшы таныш. Ибраһим Әхмәт улының яҡын иптәше, яҙыусы Марсель Сәлимов та уның әҫәрҙәре менән тәү тапҡыр мәктәп йәшендә таныша. «Ҡайындар япраҡ ярғанда» китабы тәьҫире аҫтында ул авторға «нисек яҙыусы булырға?» тигән һорау менән хат яҙа. Алған яуап минең өсөн ғүмергә күрһәтмә булып ҡалды, ти Марсель Сәлимов.
Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына арналған кисә яҙыусының музейында дауам итте. Бында йәш экскурсоводтар яҡташтарының тормошо һәм  ижадына туҡталып үтте. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары Ибраһим Әхмәт улына арналған рәсемдәрен, стена гәзиттәрен күрһәтте. Йәш быуын өсөн арҙаҡлы яҡташтары өлгөһө илһам сығанағы ла булып тора.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика