Самурайҙар һәм япон һылыуҙары Өфөлә

Самурайҙар һәм япон һылыуҙары Өфөлә 06.01.2015

Башҡортостандың Милли музейында  Япон туҡымалары сәнғәте күргәҙмәһе асылды.

Экспонаттарҙы япон сәнғәте белгесе  Марина Голомидова  йыйған. Ханым ғүмеренең күпселек өлөшөн япон сәнғәтен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә бағышлаған. Күргәҙмәгә төрлө техник алымдар ярҙамында эшләнгән ҡурсаҡтар һәм кейемдәр ҡуйылған.  Япондар бик нәзәкәтле халыҡ, ти белгестәр.  Кейем туҡымаһының төҫөнә, биҙәктәренә ҡарап ҡына ла кешенең йәше, йәмғиәттә тотҡан урыны һәм хатта кәйефе тураһында ла белергә мөмкин. Күргәҙмәне шулай уҡ япон халҡының милли уйынсыҡтары ла биҙәй.
Күргәҙмә йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Яңы йыл байрамдарын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрергә теләүселәр унан ситтә ҡалманы.  Көнсығыш Азия иленең мәҙәниәте менән яҡындан танышырға теләүселәр өсөн Милли музей ишектәре асыҡ. Күргәҙмә ғинуар аҙағына тиклем эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика