«Самрау» балалар театр студияһында премьера! 26.12.2014

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сиктәрендә ойошторолған студия тамашасы хөкөмөнә яңы спектакль тәҡдим итте. «Гөлнәзирә менән Тимурҙың Яңы йыл мажаралары» спектакле башҡорт һәм рус телдәрендә сәхнәләштерелде. «Самрау»ҙа шөғөлләнеүсе балалар актерлыҡ оҫталығы, йыр һәм бейеү сәнғәте серҙәрен лә төшөнә. Сәхнә теле нескәлектәрен өйрәтеүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Суфия Ҡорбанғәлиева, студия ағзаларының даими үҫеше яҡлы.

«Самрау»ҙа әлеге ваҡытта егермеләп  бала шөғөлләнә. Ата-әсәләр балаларының студияны үҙ итеүенә шат. Сөнки серле театр донъяһы кешене һәр ваҡыт матурлыҡҡа, камиллыҡҡа өндәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика