Салауат театры артистары йәнә Өфөгә киләсәк

Салауат театры артистары йәнә Өфөгә киләсәк 10.05.2016

15 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса «Ерҙәштәр» спектакле ҡуйыла.

«Ерҙәштәр» спектакле өс дуҫ, өс ҡорҙаштың хәтирәләренән башлана. Сталиндың хакимлыҡ итеү осоро, аслыҡ йылдары, артабанғы сәйәси үҙгәрештәр - быларҙың барыһы ла төп геройҙарҙың тормошона туранан-тура тәьҫир итә. Сәхнәлә төрлө ваҡыт аруыҡтары күрһәтелә. Мәскәүҙән йәш режиссер Антон Федоровта Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең әҫәрен сәхнәләштереү теләге дүрт йыл элек барлыҡҡа килә. Һәм былтыр ул Салауат артистарына ҡыҙыҡлы тәҡдим менән сыға. «Ауыл адвокаттарын» яңыса тамашасыға еткерергә кәрәк.
Салауатта  аншлаг менән үткән спектаклдә театрҙың барлыҡ артистары ла ҡатнаша. Ҡайһы берәүҙәр икешәр роль башҡара. Декорацияларға килгәндә, махсус рәүештә бүрәнәләр һатып алынған. Улар ауыл тормошон һүрәтләүҙә ярҙам итә.
Сәнғәт оҫталары режиссерҙың бар идеяһын да тормошҡа ашырырға тырыша. «Бигерәк тә  геройҙарҙың аслыҡ ваҡытындағы уй-кисерештәрен еткереү ауырға тура килде», -ти улар.
Фәлсәфәүи спектакль антрактһыҙ бара. Режиссер тамашасының тормош мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙарын бүлдермәҫкә ҡарар иткән. Әҫәр, ысынлап та, башватҡыс кеүек. Салауат ҡалаһы китапханаларында эшләүселәр ҙә  ике ай эсендә Мостай Кәримдең нәҡ ошо повесына иғтибар артыуын билдәләй. Тимәк, күптәр күҙҙәре менән күргәнде, артабан яңынан уҡып та ҡарағыһы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика