Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәүсе ҡул эштәре оҫтаһы Физа Мөхәмәтйәнова ябай ғына энә һәм еп ярҙамында гүзәллек тыуҙыра 04.01.2017

Физа Мөхәмәтйәнова элегерәк фото, һүрәт төшөрөү менән мауыҡһа, хәҙер ап-аҡ ҡульяулыҡтарға  картиналар сигә. Оҫтаның бай фантазияһы, тырышлығы ысынлап та, һоҡландыра, мөһабәт биналарға ҡарап үҙеңде ҡала урамынан уҙып барғандай тояһың. Ул иғтибарлыҡ талап иткән шөғөлгә яҡындарын да өйрәтә.

Яҡындары әйтеүенсә, Физа Наил ҡыҙы һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Үҙен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарай. Күңел нурын һалып башҡарған эштәре менән туғандарын байрам һайын һөйөндөрә.
Йорт эсендәге рамдарға ҡуйылған сигеүле әйберҙәр магазин кәштәләрендә һатылғандарҙан һис тә кәм түгел. Шуға ла Малаяҙ оҫтаһының эштәре район, республика кимәлендә үткәрелгән күргәҙмә-конкурстарға йыш ҡуйыла.
Физа Наил ҡыҙы ябай ғына ептәрҙе энәгә һаплап,төрлө матурлыҡ тыуҙыра. Уның өйөнөң бер бүлмәһен генә ҡырҡтан ашыу картина биҙәй. Әле оҫтаның рамға ҡуйылмаған тиҫтәнән ашыу эше бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика