Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында туҡыу һәм кейеҙ баҫыу бүлеге уңышлы эшләп килә

Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт  колледжында туҡыу һәм кейеҙ баҫыу бүлеге уңышлы эшләп килә 27.01.2017

Милли нағыштар һалынған ҡул эштәрендә  студенттар башлыса үҙҙәренең ата-бабалары тормошон һынландырырға ынтыла.

Ҡурсаҡ һындары полимер гипстан әҙерләнә. Бер ҡурсаҡты эшләүгә өс айлап ваҡыт китә. Уны эшләүсе оҫталар ҡулында теш дауалауҙа ҡулланыла торған хеҙмәт ҡоралдары. Cтуденттар эшләгән коллекцияла төрлө милләт ҡурсаҡтары бар. Һәр образ  етди уйланыла. Тегелгән кейемдәрҙә милли биҙәктәр ҡулланыла.
Сәнғәтсә туҡыу һәм балаҫ һуғыу һөнәренә башлыса ҡыҙҙар уҡый. Улар өс йыл да ун ай дауамында һөнәри оҫталыҡ серҙәренә төшөнә. Учалы ҡыҙҙары  балаҫ һүрәттәрен бәләкәй һандыҡтарға һәм сумкаларға, өҫтәл ябыуҙарына  күсерә.
Әнисә Хажиева, С.Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының халыҡ кәсептәре биҙәү сәнғәте бүлеге уҡытыусыһы: «Был күргәҙмәлә студеттарымдың диплом эштәре. Был панноларҙы Юлиә Әминева башҡарҙы. Паннола тормош ағасы һүрәтләнелгән. Боронғо алтай мәҙәниәте биҙәктәре ҡулланылған».
Ҡыҙҙар гобелен эшләү, туҡыу һәм балаҫ һуғыуҙың барлыҡ нескәлектәрен дә өйрәнә. Ҡырағай һәм йорт хайуандары образдары, геометрик биҙәктәр бөгөнгө тормошҡа яраҡлаштырыла.
Панноның һүрәтен һалып сыҡҡандан һуң өҫтөнә селтәр һалып нығытабыҙ. Һуңынан кер һабыны булған ҡайнар һыу ҡойола һәм өҫтөнән шымартыу машинаһы менән йөрөтөлә. 4-5 сәғәт эсендә панно әҙер.Ҡалып ярҙамында эшләгәндә аҙнанан ашыу ваҡыт үтә.
Учалы йәштәре сәхнә өсөн милли костюмдар ҙа әҙерләй. Сағыу биҙәкле, милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙарға ҡашмау, түшелдерек кеүек кейемдәр, һырға, сулпылар кеүек  ювелир биҙәүестәр айырыуса килешә. Әйткәндәй, буласаҡ ташсылар һәм ювилерҙар ҙа тап ошо уҡыу йортонда әҙерләнә.
Быуаттар аша тапшырылып килгән нағыштар. Уларға  таянып  ҡул эштәренә өйрәнеүсе йәштәрҙең  киләсәге өмөтлө. Бороңғолоҡто һаҡлаусы, таратыусы төбәк киләсәктә сәнәғәт кимәлендә лә кейеҙ һәм һуғылған балаҫтар  етештереүсе булараҡ та танылыу аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика