Сабып килә, «Көмөш Аҡбуҙат»!

Сабып килә, «Көмөш Аҡбуҙат»! 08.12.2015

10-сы декабрҙә баш ҡалала үтәсәк «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестиваленә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Быйыл кинофорумда ҡатнашыусылар һаны артыуын, конкурсҡа ебәрелгән кинолар ҙа сағыуыраҡ, тип билдәләнде ултырышта.

Башҡортос¬тандан конкурста биш фильм ҡатнашасаҡ: ул Таңсулпан Бураҡаеваның «Ике лә генә егет», Руслан Юлтаевтың «Өс хат», Айнур Асҡаровтың «Әсә», Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Тәү¬бә» документаль фильмы, Айсыуаҡ Йомағо¬лов¬тың «Бибигөл һәм Сәйфел¬мөлөк» фильмы. Баш ҡала халҡы һәм ҡу¬наҡтар кино әҫәрҙәрен 10 - 12 декабрҙә «Родина» кинотеатрында, Бәҙәр Йосопова исемендәге Актер¬ҙар йортон¬да бушлай ҡарай ала. Фес¬тивал¬де асыу һәм ябыу тантанала¬ры «Кон¬гресс-холл» бинаһында үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика