«Сәскә ата, минең баш ҡалам!» Өфөлә картиналар күргәҙмәһе асылды

«Сәскә ата, минең баш ҡалам!»  Өфөлә картиналар күргәҙмәһе асылды 13.06.2015

Барлыҡ сәнғәт әҫәрҙәрен дә Алла Пережогина төшөргән. Сағыу эштәр авторҙың кәйефен генә күрһәтмәй, кешеләргә мөғжизәле тәьҫир ҙә итә.  

Алла  Алексеевна  төнө буйы  «Әсәлек фәрештәһе»  картинаһын яҙа, ә иртәгәһенә шатлыҡлы хәбәр ала. Ижадсы картинаһын эшенә  алып бара. Унда ла  мөғжизәләр  башлана.   Алла Пережогина,  рәссам: «Хеҙмәттәштәрем «Анна Алексеевна, әгәр был картина бында эленеп торһа,  ҡатын-ҡыҙҙар декрет отпускыһына китеп бөтә бит»,- тиҙәр. Һәм ысынлап та, ул ҡыҙ декретҡа ките».
Әле картинаның тәүге серияһы «Донъя фәрештәләре»  проекты сиктәрендә Европа буйлап сәйәхәт итә. Икенсеһе,  шәхси күргәҙмәлә урын алған. Портрет жанрындағы эштәр ҙә бар, автор баш  ҡаланы ла  төшөргән, ә шулай ҙа  күп картиналарҙа - гөл-сәскләр.   Рәссамдың яҡындары әйтеүенсә, ул хәстәрлекле әсәй,  өләсәй, тормош иптәше. Ижади күңелле ханым әле үҙен  һәләтле рәссам булараҡ таныта.
Юрий Пережогин, тормош иптәше: «Һынлы сәнғәттең был өлкәһендә үҙен күрһәтеүе минең өсөн асыш булды.  Был- шатлыҡлы ваҡиға».
Алла Пережогинаның шәхси күргәҙмәһе Әхмәтзәки - Вәлиди исемендәге Милли китапхана бинаһында асылды. Ул йәй аҙағынаса дауам итә,  инеү ирекле. Кем мөғжизәгә ышана, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ бик күп матур эштәр араһында  «Әсәлек фәрештәһе» картинаһы ла бар.    
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика