Сәхнә түрендә - тархандар

Сәхнә түрендә - тархандар 07.10.2014

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тамашасыларға яңы  хореография әҫәре тәҡдим итә.

Башҡорт халҡының тарихын сағылдырған бейеүҙе Риф Ғәбитов һалған. Яңы ижад емеше Башҡортостан Президенты грантына ҡуйылған. Ансамбль республика төбәктәрендә бейеүҙең премьераһын үткәреп өлгөргән дә инде, әммә әле булһа ла көй, хәрәкәттәрҙе камиллаштыру өҫтөндә эш дауам итә.

Рух көсө, олпатлыҡ, мөһабәтлек, ғорурлыҡ... Бейеүселәр хәрәкәт, ым-ишара, күҙ ҡарашы аша боронғо тархандарҙың бар булмышын асып бирергә тырышҡан. Бейеүҙе сәхнәләштереү өс айға яҡын барған, ижад емешен ҡуйыр алдынан тарих китаптары аша тархандарҙың көнитмеше, холоҡ-фиғеле өйрәнелгән. Бейеүселәр әйтеүенсә, ансамблгә тарихи ысынбарлыҡ менән һуғарылған бындай монументаль хореография әҫәре күптән кәрәк ине.

Тархандар бейеүендә хәрәкәттәр генә түгел, сәхнә костюмдары ла ысынбарлыҡҡа яҡынайтып эшләнгән. Егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн барыһы егерме пар кейем тегелгән, улар боронғоса йәнлек тиреләре, тәңкәләр менән биҙәлгән. Еләндәрҙең артына төрлө ырыу тамғалары төшөрөлгән. Костюмдарҙы тегеүгә миллион һумдан ашыу аҡса һәм ярты йылға яҡын ваҡыт киткән, сөнки барыһы ла ҡулдан эшләнә.

«Тархандар» Башҡортостан Президенты гранты ярҙамында ҡуйылған. Был аҡсаға шулай уҡ Өфөлә фестиваль үткәреү күҙаллана, унда төрлө төбәктәрҙән килгән ансамблдәр башҡорт бейеүҙәрен башҡарасаҡ.

«Башҡорт йөрәге» бейеү фестивале октябрь аҙағында баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында үтә. Ансамбль «Тархандар» ошо сараның бер биҙәге булыр тигән өмөттә. Сөнки был ижад емешендә тамашасыларҙы быуаттар төпкөлөнә сәйәхәт көтә.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку