Сәхнә саҡыра

Сәхнә саҡыра 07.07.2015

Баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр  театры эргәһендә урынлашҡан «Ике фонтан майҙансығында» шишәмбе һайын үҙенсәлекле тамаша үтә. Бында  теләге булған һәр кем ике йыр башҡара ала. Тамашасы йырсыны ихлас ҡабул иткән осраҡта уға тағы ла сығыш яһау мөмкинлеге бирелә.

Дүртенсегә үткән сара һәүәҫкәр йырсыларға үҙҙәрен тамашасыға танытыу мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ кеше алдында сығыш яһап улар оҫталыҡтарын камиллаштыра. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары башланғысты ихлас ҡабул итә. Бөгөн мәҫәлән, «Ике фонтан майҙансығында» йыйылыусылар алдында тиҫтәгә яҡын йәш музыкант сығыш яһаны. Улар киләсәктә сәхнә йондоҙо булырға теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика