Сәхнәлә йәнә - Башҡорт Джульеттаһы!

Сәхнәлә йәнә - Башҡорт Джульеттаһы! 13.02.2017

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Илшат Йомағоловтоң "Нәркәс" трагедияһын яңы ҡуйылышта тәҡдим итә. Бөгөн ошо уңайҙан матбуғат конференцияһы үтте.

Әйткәндәй, тәүге тапҡыр "Нәркәс" әҫәре менән тамашасы 1968 йылда таныша. Ул заманда халыҡ премьераны оҡшата һәм ул тиҙ арала билдәлелек яулай. Хатта төрлө фестиваль, смотрҙарҙа маҡтаулы исемдәр ала. Хәҙер ул инде 40 йылдан ашыу сәхнәләрҙән төшмәй, урыҫ һәм башҡа телдәренә тәржемә ителгән. Нәркәс ролен ваҡытында Гөлли Мөбәрәкова, Тәнзилә Хисамова, Рәмзиә Хисамова кеүек Башҡортостандың халыҡ артистары уйнаған. Бөгөн ул тамашасы хөкөмөнә дүртенсе быуын актерҙары ҡатнашлығында тәҡдим ителә. Ижади коллектив әйтеүенсә, спектакль йөкмәткеһе, сәхнә костюмдары ла шул килеш һаҡланған. Тик актерҙар составында ғына үҙгәрештәр индерелгән. Премьера 17, 18 февралгә билдәләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика