Сәхнәлә - мөхәббәт тарихы

Сәхнәлә - мөхәббәт тарихы 09.10.2017

Рус драма театры артистары баш ҡала халҡына «Дюймовочка һәм принц» мюзиклын тәҡдим итте. Уҙған ял көндәрендә премьераны ҡарарға йөҙҙәрсә кеше йыйылды. Шағир һәм прозаик Ганс Кристиан Андерсондың билдәле әкиәте сценарий буйынса музыкаль биҙәлеш ала.

Бында сәхнә лә тылсымлы донъя итеп ҡоролған. Сәскәләр иле, ҡуңыҙҙар яланы, һуҡыр сысҡандың өңө, ғөмүмән, декорациялар тиҙ алмашына. Артистарҙың бейеү оҫталығын да тамашасылар көслө алҡыштар менән хуплап сыҡты, сағыу костюмдар ҙа иғтибар үҙәгендә булды. Премьераның ғаилә мюзиклы тип аталыуы ла осраҡлы түгел, мөғжизәгә бит олоһо ла, кесеһе лә ышана. Әкиәттәге күренештәр ҙә китап биттәренән барыһына ла яҡшы таныш. Сәхнә әҫәрен музыкаль яҡтан байытыу өҫтөндә танылған композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ким Брейтбург һәм драматург Карен Кавалерян эшләй.
Ким Брейтбург, мюзикл композиторы: «Был әкиәт замансалаштырып ҡуйылды. Текст яғынан да, музыка, либреттоға килгәндә лә. Рок-н-ролл жанрын ҡулланырға батырсылыҡ иттек. Әҫәр балаларҙың ата-әсәләре өсөн дә ҡыҙыҡлы булһын тип  тырыштыҡ. Тамашасыларға оҡшар тип ышанам».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика