Рус ҡыҙы башҡортса йырлай

Рус ҡыҙы башҡортса йырлай 01.12.2016

«Винтаж» төркөмөнөң элекке вокалисы, Мәскәү ҡыҙы Елена Созыкина башҡорт музыкаһы менән ҡыҙыҡһынған. Хәҙер йырсы «Заман» этно-төркөмөндә йырлай. Күптән түгел төркөм Латвияның Рига ҡалаһында толерантлыҡ көнөнә арналған сарала уңышлы сығыш яһап, тамашасыларҙы таң ҡалдырған.

Мәскәүҙәге башҡорт этно-шоу проекты 2013 йылда ойошторола. Музыканттар ошо ваҡыт эсендә Италия,Төркиә, Германия, Швейцария илдәрендә уҙғарылған төрлө конкурс-фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһап өлгөрә. Төркөм ағзалары әйтеүенсә, Латвияла үткән концертта публика төрлө булһа ла, башҡорт музыкаһына ҡыҙыҡһыныу берҙәй көслө була.
Төркөмдөң бөтә ағзалары ла  профессиональ музыканттар. Улар эстрада һәм халыҡ йырҙарын төрлө музыка уйын ҡоралдары, хәҙерге заман стилдәре менән «биҙәп» тамашасы хөкөмөнә сығара.
Рус ҡыҙы Еленаның башҡортса йырлауы күптәрҙе аптырата. Ә йырсы үҙенең киләсәген этник музыка менән бәйләмәксе. Шунлыҡтан ул аҙнаһына ике сәғәтен башҡорт телен өйрәнеүгә бүлгән.
Елена Созыкина, «Заман» этно-төркөмө йырсыһы: «Поют вместе со мной, очень многие после концерта сказались это необычное и плюс непривычное воплощение народных песен. И в этом есть энергия жизни и новое дыхание».
Заман менән бергә атлаған этно-төркөмдөң төп бурысы - башҡорт моңон тотош  Рәсәйҙә, сит илдәрҙә, икенсе ҡитғаларҙа ишеттереү. Ошо маҡсатта улар яңынан-яңы проекттар өҫтөндә эшләп, төрлө ил сәхнәләрен яулай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика