Рухлы байрам һабантуй

Рухлы байрам һабантуй 11.07.2016

Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһаны. Троицк ҡалаһы эргәһендә уҙған милли байрамда аҡ тирмәләр ҡуйылды. Милли спорт ярыштары ойошторолдо, сәхнәлә ҙур тамаша ҡуйылды. Милли моңға һыуһаған Силәбе халҡына мәҙәни сәләмде Сибай дәүләт филармонияһы артистары еткерҙе. Башҡортостан башлығы исеменән милләттәштәребеҙҙә Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов тәбрикләне.

Махсус һабантуй тирмәһе. Арғаяш районынын Альберт Шәрәфетдинов милли байрамға йыл дауамында әҙерләнгән. Халҡыбыҙҙың асылын сағылдырыу, уны йәшәтеү һәм  киләһе быуындарға еткереү төп маҡсат тип билдәләй уҙаман.
Арғаяш халҡы һабантуй ҡунаҡтарына килен төшөү йолаһын күрһәтте. Милли байрамға килеүселәр әйтеүенсә, заманыбыҙҙа төбәктә милли рухты һаҡлау һәм үҫтереү өсөн мөмкинлек бар.
Майҙанда келәм батырҙары. Милли көрәш буйынса  Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан спортсылары бил һынашты. Дуҫлыҡ еңде. Ике төбәк араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә лә шулай уҡ. Иҡтисади бәйләнештәр йылдам үҫешә. Яңынан-яңы инвестиция проекттарына нигеҙ һалына. Башҡаса мөмкин дә түгел. Силәбе өлкәһендә 170 меңгә  яҡын милләтәшебеҙ йәшәй.
Илшат Тажетднов һабантуй сәхнәһенән Башҡортостан башлығы һәм республика халҡының ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе.
Башҡортостандың  моңло сәләмен Сибай дәүләт филармонияһы артистары тапшырҙы. Уларҙың сағыу сығыштарын Силәбе халҡы дәррәү алҡыштарға күмде. Сибай ҡалаһы хакимиәте ҡуйған тирмә иһә милли байрамдың үҙенсәлекле биҙәгенә әйләнде. Республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә терәк-таяныс булыу беҙҙең мөҡәддәс бурыс тип иҫәпләй республика вәкилдәре.
Франсуз яулыҡ, биҙәкле кәзәкей. Златоуст ҡалаһы ағинәйҙәре  тирмәлә үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторған. Һабантуй беҙҙең өсөн милли байрам ғына түгел, рухи шишмә лә тип билдәләй улар.
Яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау  менән бер рәттән  һабантуй милләттәштәр осрашыуына ла әйләнде. Майҙанда тамырҙарыңды барлау, йәш быуынға уларҙы еткереү форсаты ла булды.
Һабантуй рухлы байрам. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ унан  милли моңға туйып, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе күреп ҡайта. Шул уҡ ваҡытта йыл дауамына етерлек көс-дәрт һәм милли рух туплай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика