Рияз Исхаҡовтың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тураһындағы видеофильмы ҙур аудиторияға сыҡты 20.05.2016

Хәҙер уны интернет киңлектәрендә лә күрергә мөмкин. Яҙманан бейеү аша республика тәбиғәтенең бар матурлығы сағыла. Бейеүҙәр «Ҡунаҡһарай», Конгресс-холл, амфитеатр, Салауат Юлаев майҙаны алдында, затлы ҡунаҡхана ҡыйығында башҡарылған.

Әйткәндәй, тиҙҙән ижади коллектив «Арғымаҡ» этно-төркөмө менән бергә Мексикаға -  Бөтә донъя фольклориадаһына юллана. 27 июлдән 17 авгусҡа тиклем дауам иткән байрамға төрлө милләт һәм мәҙәниәт вәкилдәре йыйыла. Башҡортостан артистары Закатекас һәм Мехико ҡалаларындағы майҙансыҡтарҙа  сығыш яһай. Рәсәйҙән шулай уҡ Пермь крайы коллективы ла бара. Бер сәғәтлек программала ғәскәровсылар коллективтың алтын фондынан тиҫтәгә яҡын башҡорт бейеүен башҡармаҡсы. Артистарыбыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын рәсми асыу тантанаһында ла сығыш яһай. Сара һуңында Фольклориада эстафетаһы Башҡортостандың рәсми делегацияһына тапшырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика