Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Муса Смаковтың ижад кисәһе үтте

Республиканың  һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Муса Смаковтың ижад кисәһе үтте 03.10.2014

Кескәй сағындағы  бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында күреү һәләтен юғалтҡан егет ижадҡа 1978 йылда килә. Хәҙер уның  йөҙҙән ашыу йыры бар.  

Көйҙө үҙенең шиғырҙарына ла, билдәле шағирҙарҙың һүҙҙәренә лә яҙа. Уларҙы халыҡҡа Ғәзим Ильясов, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, үҙешмәкәр артистар еткерә. Муса Рәшит улы Мәләүез районы Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда хужожество етәксеһе булып эшләй. Ижадында тыуған ер, мөхәббәт кеүек темалар өҫтөнлөк итә.

80 йыллыҡ тарихы булған Һуҡырҙар өсөн махсус китапханала уҡыусыларҙың ошондай ижад кисәләрен ойоштороу матур йолаға әйләнгән. Быйыл ул «Бер уҡыусы бенефисы» тигән исем аҫтында үтә. Март айында Ауырғазы районында йәшәп ижад итеүсе һәүәҫкәр композитор Дамир Заһитовтың һәм майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Варвара Михиенконың бенефисы уҙғарылған. Таланттарға бер ниндәй ҙә кәртә юҡ, күңел түрендә йөрөткән хистәрен халыҡҡа еткереүҙән улар тағы ла илһамланып ижад итә, ти китапхана хеҙмәткәрҙәре. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку