Республиканың почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әмир Сәйғәфәров авторҙашы, хеҙмәт ветераны Фрунзе Исрафилов менән берлектә райондың Иҫәнбәт ауылы тарихына арналған китап баҫтырҙы 07.09.2015

Әле баҫманың исем туйы үтмәгән, әммә ауылдың бай тарихлы, уның исеме Сураш, Алдар батырҙар менән  бәйле булыуы, совет йылдарындағы ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итә был китап.

Йорттағы бар байлыҡ китаптан ғибәрәт. Билдәле крайҙы өйрәнеүсе Әмир Сәйғәфәровҡа килгән һайын кәштәләрҙә баҫмалар, яҙҙырылған газета журналдар һаны арта ғына бара. Инде баҫмаға ун беренсе китабын әҙерләгән авторҙың тормошо яҙыу һыҙыу, эҙләнеү, архивтарҙа ҡаҙыныу эшенә тығыҙ бәйләнгән. Әмир Зәкир улынын сираттағы китабы ла беҙҙе бер мең ете йөҙ илле бишенсе йылдағы воостаниеһында һуңынан Пугачев яуында ҡатнашҡан Сураш батыр аша райондың Иҫәнбәт ауылынан тарихына алып ҡайта.  
Ҡарамаҡҡа ябай, бәләкәй генә ауылдарҙың береһе Иҫәнбәттең тарихы һәр журналисты ҡыҙыҡтыра торған  тарихи деталдәргә бай. Мәҫәлән, совет осоронда ошо ауылдан ике Социалистик Хеҙмәт Геройы сыҡҡан. Был бөгөн дә һирәк күренештәрҙең береһе.
Әмир Сәйғәфәров, Фрунзе Исрафилов  авторлығында сыҡҡан «Иҫәнбәт- Сураш  батыр ейәндәре төйәге» исемле китапты ауыл халҡы бик ҡыуанып ҡабул итте, ти Әмир Зәкир улы. Иғтибарҙы йәлеп итерлек шәхестәре, ваҡиғалары булған тарихи ауыл һис шикһеҙ тарихи китапҡа лайыҡ. Йөҙ данала баҫтырылған баҫманын тәүгеһе әлбиттә Иҫәнбәт ауылы халҡына бүләк рәүешенә тапшырылған.
Гөлнур Ишбулатова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика