Республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Алтын-ҡурай» Халыҡ-ара журналистар эштәренә конкурс иғлан ителә

Республиканың  100 йыллығына һәм Башҡортостандың  халыҡ шағиры  Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Алтын-ҡурай» Халыҡ-ара журналистар эштәренә конкурс иғлан ителә 09.10.2017

Бәйгене  «Уфимские ведомости» гәзите, «Өфө»  журналы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд ойоштора.  Уға  телевидение, радио эфирында сыҡҡан, Интернетта,  ваҡытлы матбуғатта донъя күргән ижади эштәр 2018 йылдың 1 ғинуарынан ҡабул ителә башлай. Ҡурай таждары кеүек үк, номинациялар етәү, һәр береһендә  өсәр урын.

Ижади бәйге еңеүселәренә 100, 70, 50 мең һум күләмендә бүләктәр ҡаралған.  Күптән түгел Дагомыста  21- се «Бөтә Рәсәй» журналистар  фестивалендә бәйгенең презентацияһы үткән. Еңеүселәр  2019 йыл башында билдәле буласаҡ.
Галина Ишмөхәмәтова, «Уфимские ведомости» гәзите һәм «Өфө»  журналы баш мөхәррире: «Конкурстың ете номинацияһы ла Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән цитаталар менән исемләнгән. Улар әҙәбиәт, сәнғәт, иҡтисад, сәнғәт һәм башҡа өлкәләргә арнала. Бәйге асыҡ,  беҙҙә Халыҡ-ара кимәлдәге саралар йыш үткәрелә.  Конкурс журналистарға төрлө йүнәлештә  ижад итеү һәм үҙен танытыу мөмкинлеге бирәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика