Республикалағы тотороҡһоҙ һауа торошон иҫәпкә алып Евразия йөрәге халыҡ-ара фестивален ойоштороусылар саралар планына үҙгәрештәр индерҙе 06.06.2017

Шулай итеп «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленең  Гала-концерты үҙгәрешһеҙ 12-се июнь була, уның бары тик үткәреү урыны үҙгәргән. Концерт Өфө ҡала хакимиәте алдындағы майҙанда 17.00 сәғәттә  башлана. Республиканың милли симфоник оркестры ҡатнашлығындағы «Симфоник төн» 13-нән 17-се июнгә күсерелә.16-сы июндә 19.00 сәғәттә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Этно төнгә тамаша ҡыла ала, Мираҫ йыр һәм бейеү фольклор ансамбле 18-се июндә 18 сәғәт 30 минутта сығыш яһай. Күләмле саралар шәлкеме ошо уҡ көндө Ҡурай-фест менән тамамланасаҡ.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика