Республикала шыршы байрамдары дауам итә 03.01.2016

Иглин ауылының үҙәк паркында  төрлө милләт вәкилдәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәткән  ҙур тамаша ойошторолдо, конкурс та уҙғарылды. Сараға килеүселәр күңел асты, һырғалаҡта шыуҙы.  

Боҙҙан эшләнгән фигуралар, тауҙар әкиәт донъяһын хәтерләтә. Мөғжизә тыуҙырыу өсөн ҡаласыҡты эшләүселәргә еңелдән булманы. Декабрь буйы көндәрҙең йылы тороуы был эште ҡатмарлаштырҙы. Шулай ҙа көтөп алған байрамға бөтәһе лә әҙер ине.
Майҙанда  ижади коллективтар сығыш яһаны. Улар Башҡортостанда йәшәүсе милләт вәкилдәренең ғөрөф-ғәҙҙәттәре хаҡында тамаша күрһәтте.  
Бәйгелә Май ауыл биләмәһе еңеүсе итеп танылды. «Йолаларҙы һаҡлаусы» номинацияһын  Меңйетәрҙәрҙең үҙешмәкәр коллективы алды.  
Байрамға килеүселәр рәхәтләнеп һырғалаҡта шыуҙы,  ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика