Республикала Рәсәй киноһы йылына арналған марафон старт алды 10.03.2016

Күптән түгел эстафета Баймаҡҡа тапшырылды. Уның сиктәрендә  «Башҡортостан» киностудияһы менән  Башҡортостан кинематографистар союзы  тарафынан иғлан ителгән «Яратам, Башҡортостанымды!» тигән темаға  конкурс та дауам итә. Унда һәүәҫкәр операторҙар йыл дауамында үҙҙәре ижад иткән видеояҙмаларҙы тәҡдим итә ала. Иң уңышлы фильмдар Кино йылын  ябыу тантанаһында  күрһәтеләсәк. Әлегә йәш авторҙар кино сәнғәте оҫталарының тәжрибәһен өйрәнә.

Баш ҡала ҡунаҡтары  иң тәүҙә уҡыусылар  өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Кино төшөрөү нескәлектәрен, геройҙарҙы дөрөҫ  һайлау һәм анимация менән эш итеү кеүек алымдарға     уҡыусыларҙың  һорауҙары ла күп булды. Бәлки улар араһынан да билдәле режиссерҙар, операторҙар сығыр. Рәсәй киноһы йылы республикала  тәүге кино күрһәтеүгә 115 йыл тулыуға тура килде, ә былтыр иһә белеүебеҙсә     «Башҡортостан» киностудияһы үҙенең егерме биш йыллығын билдәләгәйне.  Быйыл киностудияның ижади төркөмө  айырыуса милли һәм этник киноларҙы халыҡ  хөкөмөнә сығарыу теләге менән яна.  
Киномарафон сиктәрендә, шулай уҡ конкурс иғлан ителде. Унда республиканың барлыҡ  ҡалалары һәм райондары ҡатнаша. Тәүгеләрҙән булып эстафетаны Сибай ҡалаһы ҡабул итте. Хлопушка тип аталған ҡулайлама иһә Баймаҡтарға тапшырылды.
Заманында ихтирамлы һөнәрҙәрҙең береһе  ‐ киномеханиктар  өсөн  дә быйылғы йыл әһәмиәтле, сөнки ҡасандыр халыҡҡа  кино сәнғәтенә һөйөү уятып, тәрбиәүи йәһәттән фильмдар тәҡдим итеү уларҙың хеҙмәтенә бәйле.
Ә   районда иһә кино йылы уңайынан  «Алтын ҡомартҡы» тип аталған эстафета старт алды. Уның нигеҙе яҡташыбыҡ, ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдиновтың «Хазина» тапшырыуҙарының геройҙары булған яҡташтарыбыҙ тураһындағы фильмдар  алынасаҡ.  Байрамдың рәсми өлөшөнән һуң тамашасылар  «Башҡортостан» киностудияһының анимацион, документаль, нәфис фильмдарын ҡарап таралышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика