Республикала мәҙәниәт йылын ябыу тантаналары үтә,  уңыштар барлана 22.12.2014

Йылды йомғаҡлау концерттары Хәйбулла, Иглин, Бүздәк һәм Туймазы райондарында уҙҙы.

Хәйбулла районында йыл дауамында «Йылдарым- минең байлығым» проекты, ҡурайсылар фестивале, «Бөйөк дала» рок фестивале кеүек күләмле саралар ойошторолдо. Ижади проекттар республика кимәлендә лә юғары баһаланды. Мәҙәниәт йылын йомғаҡлау тантанаһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һәләтле балалар, халыҡ коллективтары  гранттар һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.  Байрамда Мәҙәниәт бүлегенә район хакимиәте тарафынан автомобиль һәм хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ асҡыстары тапшырылды. Ошонда уҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләне.
Иглиндар театрлаштырылған тамаша әҙерләгән. Районды ғына түгел, республиканы ситтә танытыуға төбәктә йәшәүселәр тос өлөш индергән. Быйыл биш милләт көнө - башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш һәм белорус милләте байрамы уҙғарылған. Ләйсән Хәйруллина Ҡазандағы Халыҡ-ара конкурста 3-сө, Фәһим Тоҡомбәтов 1-се урын яулап ҡайтҡан. Йыл дауамында ауыл клубтары төҙөкләндерелгән. Ижади коллективтарға кейемдәр тектерелгән, музыкаль аппаратуралар һатып алынған.  
Туймазы ҡалаһы һәм районында 200 ижади төркөм иҫәпләнә. Мәҙәниәт йылын йомғаҡлау тантанаһына   уларҙың йөҙҙән ашыуы йыйылды. Туймазылар өсөн  йыл күләмле ике фестиваль менән иҫтәлекле.  Береһе  ойошмалар араһындағы  «Театр марафоны» булһа, икенсеһе предприятиеларҙа эшләп килеүсе үҙешмәкәр коллективтар араһындағы конкурс. Ә төбәктәге һабан байрамы  быйыл республика күләмендә лайыҡлы баһаланды. Меңдән ашыу  халыҡ һәм ауыл хужалығы техникаһы ярҙамында ойошторолған программа үҙенсәлеклеге менән алдырған.
Бүздәк районында эшләп килеүсе  «Заһиҙә» халыҡ фольклор ансамбленең дә уңыштары байтаҡ.  Коллектив Бишбүләктә үткән «Тылсымлы моңдар» фольклор байрамында 2-се урын яулаған. «Ашҡаҙар таңдары», «Бауырһаҡ» һәм башҡа фестивалдәрҙә дипломдар менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, ансамбль быйыл егерме йыллығын билдәләгән.  
Хеҙмәткәрҙәр алдында артабан Яңы йыл байрамын лайыҡлы ҡаршы алыу бурысы тора. Әле барлыҡ мәҙәни усаҡтарҙа ла  шыршы байрамдарына етди әҙерлек бара.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика