Республикала  Кино йылын асыу тантаналары дауам итә 10.02.2016

Күгәрсен районы мәҙәниәт һарайында үткән сара ҡыҙыл келәмдән башланды. Байрамға арнап ойошторолған күргәҙмә тамашасыларҙы уҙған быуатҡа алып ҡайтты.

Күгәрсендәр үҙҙәрен кино төшөрөү майҙанында кеүек хис итте. Тамашасы иғтибарына киң билдәле Совет осоро фильмдарынан лаҡаптар, йырҙар, яңы төшөрөлгән башҡорт киноларынан өҙөктәр тәҡдим ителде.
Ә был көслө алҡыштар һәүәҫкәр кино артистары хөрмәтенә. Улар былтыр тамашасы хөкөмөнә «Күгәрсен» телестудияһы ярҙамында төшөрөлгән «Гармунсы дуҫ» фильмын ижад итә. Төбәктә халыҡсан фильм хуплау тапҡас, тамашасы һорауы буйынса рус теленә тәржемә ителә. Ул байрам сараһының төп асышы булып торҙо.
Әйткәндәй, күгәрсендәр әлеге ваҡытта яңы кинотаҫма өҫтөндә эшләй. Фәимә Аҡъюлова режиссерлығында төшөрөлгән «Ике йөрәк - ике аҡҡош» тип исемләнгән картинала башлыса һәүәҫкәр артистар ҡатнаша. Кино йылы сиктәрендә төбәктә мәртәбәле сараларҙың күп булыуын вәғәҙәләй ойоштороусылар. Шуларҙың береһе, район ауылдары буйлап «Башҡортостан» киностудияһы фильмдарын күрһәтеү...

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика