Республикала халыҡ-ара Аксаков көндәре киң ҡолас менән билдәләнә 01.10.2016

Өфө районының Зубов ауылында һәм Бәләбәй ҡалаһының Надеждин ауылында бөйөк рус яҙыусыһы иҫтәлегенә арналған мәртәбәле саралар үтте.

Өфө районының Зубов ауылының үҙәк майҙаны бөгөн милли кейемдәрҙәге халыҡ менән тулған. Һәр майҙансыҡтағы саралар   бөйөк яҙыусы йәшәгән осорҙо һынландыра. Был ауылда Сергей Тимофеевич Аксаковтың олатаһының биләмәләре урынлашҡан булған. Ерле халыҡ бөйөк яҙыусының әҫәрҙәре менән яҡшы таныш. Халыҡ-ара Аксаков көндәрен  улар йыл һайын түҙемһеҙләнеп көтөп ала.
Аксаков көндәренә ҡул эштәре оҫталары ижади эштәрҙән ҙур күргәҙмә әҙерләгән. Күҙҙең яуын алырҙай панноларҙа яҙыусы әҫәрҙәренән күренештәр һынландырылған. Ал сәскә, аҡҡош күле, күбәләктәр янынан һәр кем һоҡланып үтә. Бәләкәстәргә хатта, буяуҙар менән иллюстрациялар эшләргә лә мөмкин.
Халыҡ-ара Аксаков көндәре республиканың көнбайыш сигендә урынлашҡан  Бәләбәй районының Надеждин ауылында ла йәнле байрам сараһына әүерелде. Яҙыусы-гуманист ижады рус теле байлығын һәм тормошон сағылдырған. Сергей Аксаков кешенең эске донъяһын нескә тойоусы ижадсы. Ул үҙенең геройҙарын тәбиғәт менән бер бөтөн итеп һүрәтләй. Бөтә донъяға билдәле яҙыусыға арналған быйылғы  байрам боронғо  уйындар, яҙыусының йорт-музейы эргәһендә ойошторолған халыҡ шөғөлдәре күргәҙмәһе менән иҫтә ҡалды. Байрам  һуңында тирә-яҡ  Аксаков сиркәүенең ҡыңғырауы сыңына  ла күмелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика