Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе 21.06.2017

Бөгөн ҡаты ауырыуҙан һуң Башҡортостан телевидениеһының тәүге һәм легендар дикторы Рәсимә Кәримова беҙҙең арабыҙҙан китте. Рәсимә Сәғит ҡыҙының  30 йылдан ашыу ғүмере  телевидение һәм радио менән  бәйле. Ул рус һәм башҡорт телдәрендә ижтимағи-сәйәси, әҙәби-нәфис тапшырыуҙар, «Яңылыҡтар» программаһын алып бара. Зәңгәр экрандар йондоҙоноң фиҙаҡәр хеҙмәте РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән абруйлы исемдәр менән баһаланған. Ә иң мөһиме  халыҡ һөйөүе, Рәсимә Кәримова телевизор ҡараусыларҙың йөрәгенә үтеп инеп  мәңгелек һөйөүен яулай.  Бөгөн дә уның исеме йәш быуын өсөн юғары һөнәри оҫталыҡ өлгөһө булып ҡала.

Яғымлы һәм асыҡ йөҙ, наҙлы һәм йылы ҡараш,  ихлас һәм мөләйем йылмайыу. Ә  уның тауышын бер кем менән дә бутау мөмкин түгел. Рәсимә Кәримова ижтимағи-сәйәси, әҙәби-нәфис тапшырыуҙарҙы ла, көндәлек яңылыҡтарҙы ла бар  күңеле аша үткәреп,  юғары оҫталыҡ менән еткерә белә. Рәсимә Сәғит ҡыҙының үҙ эшен яратып, мөкиббән китеп  башҡарыуы һөҙөмтәһеҙ ҡалмай.  Ул тиҙ арала зәңгәр экрандарҙың сағыу йондоҙона, һәр ғаиләнең яратҡан һәм яҡын күргән кешеһенә әйләнә.
Һайлаған һөнәренә үтә яуаплы, етди ҡараған Рәсимә Кәримова тормошта бик шаян, ихлас  кеше була. Эш буйынса килеп сыҡҡан бәхәстәрҙе  урынлы көләмәстәре менән таратып ебәрә, тормош ваҡлыҡтарына артыҡ иғтибар итмәй. Һутлы, бай телле алып барыусы бер ваҡытта ла үҙ өҫтөндә эшләүҙән,  камиллашыуҙан туҡтамай,  эфирҙар араһында әҙ генә буш ваҡыты булһа ла оло кинәнес менән әҙәби китаптар  уҡый, йәш хеҙмәттәштәренә бик иғтибарлы була.   Рәсимә Сәғит ҡыҙына  халыҡ һөйөүен бар тулылығында тойорға тура килә, көн һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ хаттар, тамашасылар  уның эштән сығыуын көтөп тора.  Легендар шәхес  менән бер осрашыу өсөн  зар-интизар булып килгән кешеләргә ул  йылы һүҙен йәлләмәй. Рәсимә Кәримова экрандарҙа ла, тормошта ла балҡып янған йондоҙ  һымаҡ була. Хатта, уның шәхесе башҡа һыймаҫлыҡ уйҙырмалар, имеш-мимештәр менән сорнап алына.
Халыҡ һәр иҫтәлекле датаны, айырыуса яңы йыл  тамашаларын Рәсимә Кәримова менән бергә ҡаршы алырға өйрәнә. Тик ул ваҡытта  тура эфирҙа ғына эшләгән алып барыусыға һәр бер байрамды эш урынында үткәрергә тура килә.  Рәсимә Сәғит ҡыҙы ғаиләһе алдындағы яуаплылығын да яҡшы аңлай. Буш ваҡытында бар иғтибарын, һөйөүен балаларына, әсәһенә  бирергә тырыша.
Рәсимә Кәримованың исеме Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһының тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.  Ул бөгөнгө быуын өсөн дә тышҡы һәм эске матурлыҡ, һөнәри оҫталыҡ өлгөһө булып тора.  Бөтә халыҡ  йондоҙ итеп  күктәргә күтәргән  мәлдә лә Рәсимә Сәғит ҡыҙы ябайлығын, ихласлығын һаҡлап ҡала белә.  Бер ваҡытта ла үҙенең абруйы, даны менән файҙаланмай.
Рәсимә  Сәғит ҡыҙы  һуңғы йылдарҙа күләмле сараларға, халыҡ араһына артыҡ сығып бармай,  йәш хеҙмәттәштәре менән осрашыуҙарға ла һирәк килә.  Әммә уның исеме халыҡ хәтерендә, күңелендә йәшәй,  Рәсимә Кәримова  үҙе лә тамашасыларына булған һөйөүен ғүмер буйы күңел түрендә һаҡлай. Ә йөрәктән сыҡҡан  һәр ваҡыт йөрәккә барып етә һәм мәңгелеккә уйылып ҡала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика