Республика милли музейында беренсе тапҡыр «Башҡортостандың йәшмә бүлмәһе» тип аталған күргәҙмә асылды

Республика милли музейында беренсе тапҡыр «Башҡортостандың йәшмә бүлмәһе» тип аталған күргәҙмә асылды 18.06.2016

Унда Өфө, Сибай ҡалаларынан һәм Учалы районы авторҙарының эштәре урын алған. Йөҙҙән ашыу экспонаттарҙың барыһы ла йәшмәнән эшләнгән.

Уралда киң таралған таштарҙың береһе -  йәшмә. Ул тәбиғәте менән ҡаты таш. Йәшмәнән башлыса ваҡ һәм нәзәкәтле әйберҙәр яһала. Бәләкәй формалағы скульптура, мозаика, сувенир продукциялары бик зауыҡлы килеп сыға. Республикала таш сәнғәте оҫталары әүҙем эшләһә лә, быға тиклем уларҙың әйберҙәре күргәҙмәләрҙә генә күрһәтелеп килгән.
Йәшмә бүлмәһендәге картиналар, биҙәүестәр, семәрле ҡумталар йәйғорҙың төрлө төҫтәрендә балҡый. «Урал батыр» эпосындағы Һомай, әкиәттәге геройҙар һәр береһе тарихты сағылдыра. Ойоштороусылар әйтеүенсә, күргәҙмәнең майҙанын киңәйтеү, экспозицияны байытыу күҙаллана.
Һалҡын ташҡа йән өрөү, уны бөтә сағыулығында балҡытып, нурландырып ебәреүсе оҫталар  араһында  Вадим Күҙәнбаев та бар. Уның музей күргәҙмәһендә ике эше ҡуйылған. Бала сағында олатаһынан өйрәнгән һөнәр бөгөн уның яратып башҡарған эшенә әйләнгән.
Һәр таштың үҙенә генә хас үҙенсәлектәре һәм ҡабатланмаҫ матурлығы бар. Халыҡта йәшмә яуызлыҡтан һаҡлай, күңелде йыуата тигән фекер йәшәй. Милли музейҙың йәшмә бүлмәһе менән дә һәр кем танышып, һоҡлана ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика