Республика көнө уңайынан Иглин районы Үренде ауылында яңы балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды

Республика көнө уңайынан Иглин районы Үренде ауылында яңы балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды 11.10.2016

30 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә учреджение буш торған башланғыс белем усағын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә булдырылған.

Иглин районының мәктәпкәсә йәштәге мәғариф учреждениеларында 2 мең ярымдан ашыу бала тәрбиәләнә. Әммә шуға ҡарамаҫтан, мәктәпкәсә белем биреү проблемаһы ла юҡ түгел. Әйтәйек, Аҡбирҙе ауыл биләмәһендә генә 150 урынлыҡ балалар баҡсаһына ихтыяжды хәл итеү юлы табылған. Үренде ауылында буш торған башланғыс мәктәп бинаһы балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡоролған. Аҡбирҙе ауыл советы миллион ярым һум аҡса бүлгән.
Яңы балалар баҡсаһын асыу бәләкәй сабыйҙары булған ата-әсәләрҙең күптәнеге хыялы булған. Дилара Камалова биш йәшлек ҡыҙ үҫтерә, тиҙҙән икенсе балалары ла тыуасаҡ. . .
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын асыу тантанаһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина урындағы хакимиәт башланғысын хуплап сығыш яһаны, йәш быуын хаҡында хәстәрлек күргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Аҡбирҙе ауыл советы биләмәһендә мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләһен ике биҫтәлә һәм бер ауылда 130 урынға иҫәпләнгән түләүле балалар баҡсаһын асып хәл итеү күҙаллана. Унда шулай уҡ социаль урындар ҙа ҡаралған. Әлеге ваҡытта Иглин ҡасабаһынның 6 балалар баҡсаһында 40 урынға иҫәпләнгән төкәтмә төҙөү тамамланыу алдында. 2019 йылда 640 уҡыусыға һәм 120 мәктәпкәсә йәштәге бәләкәстәргә мәктәп-балалар баҡсаһы төҙөләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика