Республика көнө уңайынан Башҡортостандың һәр төбәгендә тантаналы байрам саралары, ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙҙы

Республика көнө уңайынан Башҡортостандың һәр төбәгендә тантаналы  байрам саралары, ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙҙы 11.10.2014

Шаран районында байрамға өс игеҙәк бала донъяға килгән, Яңауылда ғәрәсәттән зыян күреүселәр тиҙҙән өй туйлаясаҡ.

Яңауылда август айындағы ғәрәсәттә зыян күргән йорттарҙы төҙөкләндереү аҙағына яҡынлаша. Эш ямғырлы көндәрҙә лә туҡтамай. Ҡыйыҡһыҙ ҡалған кешеләр һыуыҡтар башланғансы өйҙәренә инергә өмөтләнә. Ҡойон Рәсәй урамындағы 7-се йорттоң нигеҙен генә ҡалдырған. Уның  урынында яңы йорт һалынған, ошо көндәрҙә  төҙөү эштәре тамамланырға тора.
Республика көнөндә Яңауылда ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо.Урындағы тауар етештереүселәр , ауыл хужалығы кооперативтары, фермерҙар етештергән продукциянан кәштәләр һығылып торҙо.  Ҡала халҡы  йәшелсә, ит, һөт, бал һәм башҡа төр продукция алып ҡыуанды.
Уңдырышлы тупраҡ та һә тигәнсе һатылып бөттө.  Ҡала майҙанына уны тейәгән  йөҙләгән йөк машинаһы килгәйне. Туҡтауһыҙ яуған ямғыр арҡаһында спорт саралары урамда түгел, спорт комплексы эсендә үткәрелде. Ярыштарҙа төрлө йәштәрҙәге  600-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Улар шашка, шахмат, армспорт, гер, стритбол буйынса көс һынашты.  
Республика көнө Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе  Мәүлейәров һәм Яковлевтар ғаиләһе өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды. Уларға йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнгәлтелгән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы  программаһы  буйынса социаль түләүгә сертификат тапшырылды. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамы менән ҡотлау ҡабул итте. Бигерәк тә Дәүләкән икмәк бешереүселәрең эше өлгөлө тип билдәләнде.  Майҙанға килеүселәрҙе Ҡала мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр коллективтары, балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре йырҙары һәм бейүҙәре менән ҡыуандырҙы. Район аграрийҙары йөҙ меңдән ашыу тонна уңыш йыйып республиканың тулайым иген  етештереүсе  алдынғы биш төбәк исемлегенә ингән. Быйылғы ауыл хужалығы культуралары майҙанда ойошторолған йәрминкәлә лә тәҡдим ителде.
Республика көнөн Шаран ауылында йәшәүсе  Гөлшат менән Динар Шакировтар   ғаиләһе  лә бәхет-шатлыҡ эсендә ҡаршы ала.
Был ғаиләнең йорто  сабыйҙар илауы менән, иң мөһиме  күптән көтөлгән мәшәҡәт менән тулған.  Байрам алдынан ғына уларҙың өс игеҙәк сабыйы донъяға килгән. Һуңғы илле йыл эсендә районда бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле ти улар.
Республика көнөнә арналған байрам саралары Иглин районында  Мәҙәниәт йылына арналған «Мәҙәни баш ҡала»  марафоны менән тап килде. Төбәккә эстафетаны Салауат ҡалаһы тапшырҙы. Килгән ҡунаҡтар мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре менән берлектә «Паркты ҡотҡарайыҡ» акцияһында ҡатнашты. Унда һәр кем Елена Иглина паркын йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Шулай уҡ майҙанда  ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Кәштәләр район бренды - иглин балы һәм һуғаны менән тулы ине.  
Төрлө мәҙәни конкурстарҙа биш Гран-при, дүрт  йөҙҙән ашыу кешегә төрлө дәрәжәләге  лауреат һәм бер халыҡ артисы  исеме -  мәҙәниәт йылы Сибай ҡалаһы өсөн айырыуса уңышлы булыуы менән иҫтә ҡаласаҡ. Бөгөнгө  тантанала «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме фольклорсы, сәсәниә һәи режиссер Асия Ғәйнуллинаға бирелде,  фиҙәҡәр хеҙмәт күрһәтеүселәр маҡтау грамоталары, дипломдар менән бүләкләнде. Әйткәндәй Сибайҙа бөгөн көн ҡояшлы һәм йылы торҙо.  
Ҡасандыр үҙаллыҡты билдәләү байрамы йылдан-йыл киңерәк төҫ ала. Башҡортостанда ул  йолаға әүерелгән тантаналары һәм сағыу саралары менән,иң мөһиме- тыныс шарттарҙа һәм күтәренке кәйефтә үтте.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку