Республика Башлығы грантына иғлан ителгән «Яңы офоҡтар» әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды 21.11.2015

Әҙәбиәт йылына арналған конкурста 45 йәшкә тиклемге авторҙар ҡатнашҡан. Жюри иғтибарына хәҙерге  йәштәр тормошона, заман проблемаларына арналған әҫәрҙәр тәҡдим ителгән. Билдәләнгән ваҡытҡа барлығы 29 әҫәр - бер роман, ете повесть һәм хикәйәләр тәҡдим ителгән. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе авторҙар дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. Лауреаттар исемлеген яңы тамамланған әҫәре менән «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин аса. Икенсе урында журналист Баныу Ҡаһарманова менән прозаик Артур Ҡазыханов.  

Жюри ағзалары фекеренсә, элек-электән таланттарға бай Башҡортостанда әлеге быуын ижадсыларына лайыҡлы алмаш килә. Конкурста ҡатнашҡан әҫәрҙәр артабан китап булып баҫыласаҡ, матбуғатта донъя күрәсәк.  Сара сиктәрендә шулай уҡ йәш авторҙарҙың әҙәрҙәре тупланған «Йәш көстәр» шәлкеменең исем туйы ла үтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика