Район йәштәштәре

Район йәштәштәре 20.02.2015

Шаран районында төбәктең 80 йыллығына арналған саралар дауам итә. Күптән түгел Баҙғыя һәм Дүртөйлө ауыл советтарында район менән бер йылда донъяға килгән яҡташтар осрашты.

Ике ауыл советы биләмәһендә лә байрамға төбәктең хөрмәтле кешеләре, хеҙмәт ветерандары саҡырылды. Улар барыһы ла ваҡытында район үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәр. Әлеге көндә лә оло тормош юлы үткән пенсионерҙар  йәштәргә өлгө, дуҫ һәм кәңәшсе булып йәшәй.
Ҡорҙаштар осрашыуында ветерандарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, улар өсөн концерт программаһы, байрам өҫтәле ойошторолдо. Ветерандар йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты.  Бындай осрашыуҙар райондың башҡа ауыл советтарында ла уҙасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика