Рәсәй ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығы уңайынан бөгөн Башҡортостандың Милли музейында «Республиканың ҡурсаулыҡ тәбиғәте» тип исемләнгән күргәҙмә асылды

Рәсәй ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығы уңайынан бөгөн Башҡортостандың Милли музейында «Республиканың ҡурсаулыҡ тәбиғәте» тип исемләнгән күргәҙмә асылды 11.01.2017

Экология йылына арналған экспозицияла төбәктең гүзәл тәбиғәте менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәлә башлыса «Башҡортостан» милли паркы пейзаждары тәҡдим ителә. Нөгөш, Йомағужа һыуһаҡлағыстары, Күперле шарлауығы кеүек тәбиғәт ҡомартҡылары фотоһүрәттәрҙә урын алған.

Хәҙерге календарь буйынса 11 ғинуар Рәсәйҙә Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө булараҡ билдәләнә. Тап ошо көндә 1917 йылда илдә тәүге Баргузин дәүләт ҡурсаулығы асылған. Ул Бүрәт Республикаһында кеш һәм башҡа йәнлектәрҙе һаҡлау маҡсатында ойошторола. Бөгөн Башҡортостанда «Башҡорт», «Шүлгәнташ», «Көньяҡ Урал» кеүек өс ҡурсаулыҡ, дүрт төбәк әһәмиәтендәге  һәм «Башҡортостан»  милли парк бар. Был тәбиғәт объекттарының дөйөм майҙаны 407 меңдән ашыу гектарҙы тәшкил итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика