Рәсәй циркына - 95 йыл 14.10.2014

Өфө циркы тарихи датаны  байрам концерты һәм «Африка гиганттары» программаһы менән билдәләне. Тамашаға кескәй тамашасыларҙан тыш цирк ветерандары ла саҡырылған.  

көмбәҙенә үрләгән акробаттар. Цирк кескәйҙәргә генә түгел, өлкәндәргә лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итә. Был бинала һәр кем үҙен әкиәт донъяһына эләккән кеүек итеп хис итә. Ә бына һәр программа артында йылдар дауамындағы хеҙмәт ятыуын цирк артистары үҙҙәре генә белә. Йәнлек-хайуандарҙы тыуғандан алып өйрәтә башларға, хәрәкәттәрҙе йылдар дауамында камиллаштырырға кәрәк. Цирк тарихы ошондай ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле тамашаларҙан үрелә, быйыл ойошма 95 йылыҡ юбилейын билдәләй.

Өфө дәүләт циркы 1968 йылда асыла. Ике йыл үткәс, Башҡортостандың үҙ цирк студияһы булдырыла, беҙҙең артистар йәнлек-хайуандар менән тамашалар ҙа, акробатик номерҙар ҙа әҙерләй. Яҡташтарыбыҙ бөтә союзды урап сыға, ҡыш цирктарҙа, ә йәйгеһен асыҡ һауа аҫтында шапито программаларын күрһәтә.

Әле республиканың үҙ студияһы юҡ. Өфө аренаһында ситтән килеүселәр сығыш яһай. Ветеран артистар әйтеүенсә, финанслау булһа, урында цирк труппаһы асырға мөмкин. Сөнки әле Башҡортостанда хаҡлы ялға сыҡҡан билдәле цирк артистары күп, уларҙың тәжрибәһен үҙәләштерергә мөмкин. Икенсенән, был һөнәр күберәк династия буйынса күсә, арена оҫталарының балаларын йәлеп итергә мөмкин булыр ине. Элек учреждениела кассир булып эшләгән Мәмдүҙә Кәримова әйтеүенсә, 10-20 йыл элек циркка халыҡ ныҡ күп йөрөй, тик йәй етһә, билеттар һатылмай. Был мәлдә хатта төрлө мутлыҡтарға барырға тура килде, бер ваҡыт билетты ваҡиғалар һыуҙа бара тип алдап һаттым, тип хәтерләй ул.

Цирк әле лә өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да яратҡан урыны, кешеләр бында мөғжизә, тылсым эҙләп килә. Тарихи юбилейға арналған бөгөнгө программа ла тамашасыларға бай тәьҫораттар бүләк итте.

Әле Өфө дәүләт циркында Африка гиганттары шоуы бара. Программа октябрь уртаһына тиклем дауам итә. Йылдар үтеп тамашалар алмашынһа ла, цирк үҙ асылына тоғро ҡала, унан һәр ваҡыт күтәренке кәйеф алып сығырға мөмкин.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика