Рәсәй циркы сентябрҙә 95 йыллығын билдәләй

Рәсәй  циркы сентябрҙә 95 йыллығын билдәләй 20.09.2014

Әле беҙҙең илдең цирк ойошмаһы тотош донъяла иң ҙуры һанала.  Өс меңгә яҡын тамашасы һыйҙырышлы 39 аренала 6 меңдән ашыу кеше һәм 2 мең ярым төрлө хайуан хеҙмәт итә.  Цирктарға йылына 15 миллионға тиклем тамашасы килә.  Башҡортостанда ла был дата киң билдәләнә. Өфө циркында ошо уңайҙан яңы программа күрһәтелә башланы.

Циркты балалар өсөн тамаша тиһәгеҙ яңылашаһығыҙ. Күңелле клоундар , акробаттар трюктарын һәм төрлө хайуандар сығышын өлкәндәр ҙә яратып ҡарай. Бөгөн дә Өфө циркында аншлаг. Балалар тамашанан мөғжизә көтһә, ата-әсәләр ҙә бер мәлгә булһа ла әкиәт иленә сәйәхәт ҡылырға ҡаршы түгел. Кәйефһеҙ ҡайтмаясаҡһығыҙ, тип ышандыра ойоштороусылар ҙа.
«Африка гиганттары» программаһын Өфө тамашасыларына Удмурт циркы тәҡдим итә. Тамашаның иң сағыу йондоҙо- өс тонналыҡ аҡ африка мөгөҙмороно. Бони исемле хайуан балаларҙың һәм өлкәндәрҙең дә кәйефен күтәрҙе. Көслө алҡыштарҙан ул баҙап ҡалһа ла үҙ сығышын тамамлап ҡуйҙы.
Циркка килеүселәр носорогтан тыш аҡ арыҫлан һәм шулай уҡ аҡ төҫтәге юлбарыҫтарҙы күрә алды. Шулай ҙа тамашаның иң күңелле мәле маймылдар сығышы. Шимпанзелар артистар менән бергә балаларға яҡшы кәйеф бүләк итте.
Ә инде һауа гимнастарының сығышы барыһын да таң ҡалдырҙы. Бындай номерҙар Европаның бер генә циркында ла күрһәтелмәй. Ҡанатлы артистар бар трюктарҙы ла хәүефһеҙлек арҡанына бәйләнмәйенсә башҡара. Тамашасылар цирктан онтолмаҫлыҡ тәьҫораттар һәм оҙаҡҡа етерлек яҡшы кәйеф алып ҡайтты.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку